башкортстан

Ҡытай етештереүселәренең ағыулы һөттәре килеп етеүе ихтимал

09.10.2008

Был турала Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы белгесе Зинфира Дәүләтшина белдерҙе. Уның әйтеүенсә, республика сауҙаларында һәм баҙарҙарында тикшереүҙәр үткән.

Һатыуҙан Чоко-пай, Смешарики, Диснейленд маркалы печенье шоколадтар алынған. Уларҙың составында Ҡытайҙа етештерелгән киптерелгән һөт ҡулланылған. Әле уларҙың өлгөләре Түбәнге Новгородтағы махсус лабораторияға ебәрелгән.