Бармы бында талиптар… түләмәйенсә уҡырға кергән
07.08.2008
Республика юғары уҡыу йорттары быйыл ҡаҙна нигеҙендә 9 мең 367 студент ҡабул иткән.
Был турала мәғариф министрлығынан белдерәләр. Беренсе курсҡа алынғандарҙың 7 мең 400-ҙән ашыуы юғары белемде көндөҙгө, 1 мең 900 ситтән тороп уҡыу бүлегендә аласаҡ.
Быйыл юғары уҡыу йорттарына 35 меңдән ашыу ғариза бирелгән. Коммерция нигеҙендә белем аласаҡ студенттарҙы теркәү яңы уҡыу йылы башланғансы дауам итәсәк.