хәреф зурлыгын көйлә   |  бастыр:

13.05.2008

Башҡортостан Мысыр порттарына сыға

 рәмзит абуляев

Мысырҙың рәсми вәкилдәре Башҡортостан менән ҡыҙыҡһыныу белдерә. Александрия сауҙа – сәнәғәт палатаһы Республика менән үҙ - ара хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү төҙөргә тәҡдим итә. Был ҡала Урта диңгеҙҙәге иң эре порттарҙы берләштерә. Мысырҙың тышҡа сауҙаһының етмеш проценты тап Александрия өлөшөнә тура килә. Башҡортостан шулай уҡ Ҡырғыҙстан менән сауҙа юлдарын барлай. Был маҡсаттан Башҡортостан вәкилдәре июнь аҙағында Бишкәккә барасаҡ. Яҡтар төҙөлөш материалдары, транспорт, ауыл хужалығы, энергетика, туризмға бәйле һөйләшеүҙәр алып барасаҡ.

Азатлык Радиосы © 2009 RFE/RL, Inc. | Бар хокуклар сакланган